Бөрйән районында «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың XVII республика бәйгеһе үтте 03.07.2015

Йәш сәсәндәр йыйынын республиканың мәғариф министрлығы менән Бөрйән район хакимиәте ойошторҙо.

27 командаға тупланған 100-ҙән ашыу бала өс көн рәттән эпостың тыуған ерлегендә сәсәнлектә көс һынашты. Сәсәндәр йәш айырмаһына ҡарап ике төркөмгә бүленде. Беренсе төркөмдә 5-7-се синыф уҡыусылары, икенсеһендә 8-ҙән 11-сегә тиклемге үҫмерҙәр булды.
Ярыш бик сәмле барҙы. Өҫтәлмә сәхнәлә  башҡорт халыҡ эпосы өлгөләрен  сәхнәләштереүсе командалар бәйге тотто.  Жюри ағзалары йәш сәсәндәрҙең барыһын да тәүге көндө үк тыңлап өлгөрҙө.
Икенсе көн конкурсанттар өсөн  Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт ойошторолдо. Балалар, Йылҡысыҡҡан күл, Бабсаҡ бей убаһы кеүек иҫтәлекле урындарҙа туҡталып, жюри рәйесе, фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәновтың ерлек тарихын асҡан хикәйәттәрен тыңланы. Төштән һуң йәш сәсәндәр ҡорбан ашы ашап алып, һабантуй уйындарына әүрәп ките.
Конкурс йомғаҡтары буйынса, жюри ағзалары Гран-приға Учалы районы Мулдаҡай мәктәбе уҡыусыһы Зарема Әминеваны лайыҡлы тип тапты. Быйыл 10 класты тамамлаған ҡыҙ  эпосты тулыһынса яттан белә. Йәш сәсәниәне конкурсҡа уҡытыусылары Зөлфиә  Әминева менән Сәлим Йәшелбаев әҙерләгән.
Халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы булған «Урал батыр» эпосының йәш быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Донъя башланғысы хаҡындағы фәлсәфәүи мәғлүмәттәр, изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, халыҡ мәнфәғәте өсөн йәнеңде фиҙа ҡылыу, кешеләргә яҡшылыҡ эшләү кеүек юғары төшөнсәләргә нигеҙләнгән эпик әҫәрҙең серен һәр йәш шәхес үҙенсә аса бара. Йәш сәсәндәр бәйгеһе лә ошо маҡсатта ойошторола.    
Миләүшә Ҡаһарманова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика