Бүләккә  - рухи хазина! 28.04.2015

«Ашҡаҙар» радиоһы Әҙәбиәт йылы уңайынан үҙенсәлекле акция ойошторҙо. Бер нисә аҙна эсендә Башҡортостандан ситтә йәшәүсе һәм башҡорт телендә китаптар табыу, матбуғат баҫмаларын алдырыуҙа  ауырлыҡтар менән осрашҡан милләттәштәр өсөн 800-ҙән ашыу китап йыйылды. Бөгөн улар Ырымбур өлкәһенең  Ҡыҙыл гвардия районы башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәренә тапшырылды.

Акция сиктәрендә йыйылған китаптар араһында ғилми, тарихи баҫмалар бар. Күпселеген, әлбиттә, нәфис әҙәбиәт тәшкил итә. «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре, уларҙың башланғысын дәррәү хуплаусылар - Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, «Ағиҙел» журналы коллективына, билдәле шәхестәр һәм ябай радиотыңлаусыларға рәхмәт белдерә.
- Сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ һәр саҡ рухи бәйләнешкә мохтаж. Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл гвардия районында йәшәүселәр менән дуҫлыҡ, унда радионөктә асҡанда булдырылғайны. Киләсәктә лә рухи бәйләнештәрҙең ныҡ булырына ышанабыҙ, - ти «Ашҡаҙар» радиоһы етәксеһе Миләүшә Ғәлиева.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика