Бөгөндән православ динен тотоусыларҙың Масленица аҙналығы башланды

Бөгөндән православ динен тотоусыларҙың Масленица аҙналығы башланды 16.02.2015

Ҡыш миҙгеле тамамланып килеүен иҫкәртеүсе  байрам көндәрендә  кешеләр туғандары, дуҫ-иштәре һәм күрше- күләнен ҡоймаҡ менән һыйлай, күңел аса, бер-береһенән ғәфү үтенә.  Өфөлә байрамдың тәүге көнө Йәштәр мәҙәниәт һарайы алдында билдәләнде. Ҡышҡы һабантуйҙы хәтерләткән сараға  мөмкинлектәре сикләнгән һәм етем балалар саҡырылғайны.

Йола буйынса Масленица алдағы йәкшәмбелә ҡыштың ҡарасҡыһын  яндырыу менән тамамлана. Һуңынан Православ диндарҙарҙың Бөйөк Посы башлана. Был осорҙа ете аҙна буйына уларға үҙҙәрен һәр нәмәлә сикләргә тура киләсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика