Бөгөн «Ҡыш бабайға» хат республика  акцияһына  йомғаҡ яһалды 06.01.2017

Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды  ойошторған «Ҡыш бабайға хат» хәйриә проекты  ун дүртенсе  тапҡыр үткәрелә. Республика балалары быйыл  Ҡыш бабайға 3 меңдән  ашыу хат яҙған, уларҙың  мең ярымы еңеүсе тип табылған. Сарала 3 йәштән  башлап 13 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Уның шарттарына ярашлы,  улар изге һәм файҙалы эштәре, хыялдары тураһында һөйләй.  

«Ҡыш бабайға хат» конкурсында ҡатнашыусыларға  байрам концерты ла күрһәтелде. Еңеүселәргә  «Маҡтау грамоталары», «Рәхмәт хат»тары һәм   бүләктәр тапшырылды.  Балалар кинотеатрҙарға, ял үҙәктәренә, Өфөнөң күҙәтеү ҡуласаһына һәм башҡа күңел асыу сараларына саҡырыу билеттары алып ҡыуанды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика