Бөгөн «Ватан» этнопаркында ҡорама ҡораусылар һәм балаҫ һуғыусылар  күргәҙмә ойошторҙо 18.06.2016

Оҫталар күргәҙмәгә килеүселәрҙе  балаҫ  һуғырға өйрәтте, үҙ-ара тәжрибә менән бүлеште.Онотола башлаған  шөғөлде үҙ итеүселәр  туҡыма киҫәктәре һәм башҡа нәмәләрҙән күҙ яуын алырлыҡ әйберҙәр  яһаған.   Һуғылған сумка, сүп өсөн тәғәйенләнгән тоҡсойҙарҙан үрелгән эшләпә,  мәрйендәр- бөтәһе лә зауыҡ менән башҡарылған.  Ҡорама ҡорау, балаҫ һуғыу - борондан килгән шөғөл. Уны тергеҙеү буйынса баш ҡалала уҡыуҙар үткәрелеп тора, күргәҙмәләр ойошторола.    

Гүзәл Мостафина күргәҙмәлә ҡатнашыусы: «Мин күптән түгел генә   килдем был шөғөлгә. Ә  өйрәнеү теләге электән булды. Әсәйем  Балтас районыныҡы, бала саҡтан һөйләй торғайны, һәр ҡатын-ҡыҙ ошондай ҡул эштәре белә ине тип.   Кешеләр кейем-һалымды үҙе әҙерләп кейгән. Минең ҡулымда   һуғылған ҡайыш. Был беҙҙең тарихыбыҙ һәм йәш быуын, гүзәл заттар ошо шөғөлдө  үҙләштерһен ине».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика