Бөгөн «Урал» галереяһында Обуховтар ғаиләһенең «Раштыуаға ҡапҡа» күргәҙмәһе асылды

Бөгөн «Урал» галереяһында Обуховтар ғаиләһенең «Раштыуаға ҡапҡа» күргәҙмәһе асылды 07.01.2017

Һаламдан картиналарҙы  Елена, Марина һәм Сергей Обуховтар  йыл буйы эшләгән. Күргәҙмә үҙәгендә һаламдан үреп һәм панно техникаһы менән башҡарылған – «Батша ҡапҡалары». Бында йылдың төп  символы- әтәс тә урын алған. Ҡош бер мең алты йөҙ ҡауырһындан тора.

Оҫталар әйтеүенсә, композиция өсөн алты күбә һалам ҡулланылған, материал Иглин районынан килтерелгән. Һаламдан матурлыҡ тыуҙырырға Обуховтарҙы әсәләре Роза Михайловна өйрәткән, күргәҙмә асыу тантанаһына 93 йәшлек ханым үҙе лә килде. Оҫталар  1994 йылдан бирле республика, Рәсәй һәм Халыҡ -ара кимәлдәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Уларҙың картиналары егерменән ашыу илдә шәхси коллекцияларҙа урын алған. «Раштыуаға ҡапҡа» күргәҙмәһе  25 ғинауарға тиклем дауам итә.
Елена Обухова,  биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаһы: «Тәүҙә беҙ һаламдан яһалған картиналар менән йортобоҙҙо биҙәнек, унан бүләккә, заказға ла эшләй башланыҡ. Күргәҙмә менән бөтә Башҡортостанды йөрөп сыҡтыҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика