Бөгөн «Театрҙар төнө» фестиваленә «Тамыр» балалар телеканалы ла ҡушылды

Бөгөн «Театрҙар төнө» фестиваленә «Тамыр» балалар телеканалы ла ҡушылды 26.09.2014

Улар  Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында тамаша ойошторҙо.

Салауат Юлаев майҙаны  дәртле йырҙарҙан, күңелле тауыштарҙан  гөр килде. Телевизор аша ғына күреп белгән  «Шәп арба», «Бауырһаҡ», «Әкиәт китабы»  программалары алып барыусылары кескәйҙәр өсөн уйындар уҙғарҙы, балаларҙы бейетте. «Тамыр» балалар студияһы тәрбиәләнеүселәре  сағыу сығыштары менән һөйөндөрҙө.
Байрамға килеүселәр төрлө уйындарҙа ҡатнашып бүләктәр отто. «Кескәйҙәргә төнгөлөккә әкиәт» тип аталған программа  беренсегә уҙҙы. Телеканал уны артабан йыл һайын ойошторорға ниәтләй.  Күңелле тамашанан   балалар ҙа,  өлкәндәр ҙә  кинәнес алды.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика