Бөгөн Тәтешле районында республика журналистары һабантуйы үтте 17.06.2016

Журфест Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен алтынсы тапҡыр бергә йыйҙы.

Микрофон урынына балта, текст уҡыу урынына утын ярыу. Башҡортостандың халыҡ артисы, «Юлдаш» радиоһы алып барыусыһы Әхәт Мортазиндың бөгөнгө иртәһе шулай башланды. Усаҡ яғып ашарға бешеререгә кәрәк. Журналистар фестивале тәбиғи шарттарҙа йәшәп, күңелгә илһам алып ҡайта торған байрам.
Ҡәләм оҫталары һабантуйға Тәтешле районының хозур тәбиғәт мөйөшөнә йыйылды. Командалар бер-береһен үҙенсәлекле итеп сәләмләне. Быйылғы журфест темаһы -Рәсәй киноһы йылы.
Һөнәри байрам уңайынан ойошторолған сара хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү һәм был өлкәләге мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү майҙаны. Республика кимәлендәгеләре лә, үҙәк менән бергә хәл ителәһеләре лә бар. Шуларҙың береһе - төбәк телевидениеларын мультиплексҡа индереү.
Былтыр республика матбуғат баҫмалары бер унитар предприятиеға берләште. Был ҡатмарлыҡтарҙы бергәләп хәл итеү йәһәтенән ыңғай һөҙөмтәләр бирер тигән ышаныс бар.
Гәзит-журналдарҙың тиражы кәмей. Уның менән һәр баҫма үҙенсә көрәшә. Уҡыусылар араһында бүләктәр уйнатыу, акциялар һәм башҡалар. Әммә ваҡытлы матбуғат сығарыуҙағы проблема бының менән генә сикләнмәй. Гәзитте Рәсәй почтаһы аша таратыу ҙа ҡиммәткә төшә. Салауат ҡалаһы мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре хәҙер үҙҙәре өйҙән-өйгә йөрөп гәзит тарата башлаған.
«Журфест -2016» талаптары буйынса һәр мәғлүмәт сараһы видеороликтар әҙерләргә тейеш ине. Асҡындар уны иҡтисад шарттарына яраҡлашыу темаһына арнаған.
Журналистар һабантуйҙа шахмат, шашка буйынса ярышты, арҡан тартты, гер күтәрҙе. Волейбол майҙанында ла уйын көсөргәнешле барҙы.
Волейбол буйынса турнирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалы, Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы , Өфө ҡалаһы киң мәғлүмәт саралары һәм республиканың көньяҡ төбәгенән килгән йыйылма командалар ярышында беҙҙекеләр еңеп сыҡты. Был - тәүге уңыш түгел.
Фестиваль төнгө усаҡ тирәләй йырҙар йырлашыу, танышыу майҙаны ла. Быйылғы байрам да ҡәләм оҫталарында онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырасаҡ. Ә ойоштороусылар сираттағыһын үткәреү майҙаны тураһында уйлана. Башҡортостандың урта өлөшөндәге районды һайлау тураһында һүҙ булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика