Бөгөн Шишмә районында Гармун байрамы үтте 09.04.2016

Ҡырҡ өйлө мең ырыуы башҡорттары ойошторған конкурста Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй райондарынан  егерменән ашыу кеше ҡатнашты.

Шишмә районы Шиңгәккүл ауылында йәшәүсе Талия Ғәйнанова гармунда күршеһенән өйрәнгән. Музыка ҡоралын әсәһе шәл бәйләп һатып алып биргән. Башланғыс синыф уҡытыусыһы  мандолинала, баянда ла үҙаллы уйнарға өйрәнгән. Тормош иптәше Айбәк Хәйрислам улы менән бергә ғаилә ансамбле ойошторғандар.  Ғәйнановтарҙың йортонан сихри гармун тауышы өҙөлмәй.
Байрамға Шишмә, Әлшәй райондары гармунсылары килде. Уларҙың иң йәшенә 11, иң олоһона 91 йәш. Ике айҙан 92 йәшен тултырыусы  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нурғәле Мөхәррәмов бүләһе менән ҡатнаша. Гармун дошманды еңергә лә ярҙам итте, ти яугир. Венгрияла   уны икмәк алып килергә ҡушып ебәрәләр. Бер өйҙә гармундар күплегенә хайран ҡала. Араһынан  Саратовскийҙы алып ҡайтып  яуҙаштарын икмәк менән һыйлай, дәртле көйҙәр менән күңелдәрен күтәрә.
Фронтта гармунсының уң ҡулы йәрәхәтләнә. Әммә йөрәктә моң булғанда ул ҡамасау түгел, ти ветеран.
Гармун байрамы Шишмә районында беренсегә уҙҙы. Уны ҡырҡ өйлө мең ырыуы башҡорттары  ойошторған.
Байрамда  Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡыусылары ла  сығыш яһаны. Дим буйы башҡорттарын берләштергән конкурсты ҡарарға килеүселәргә залда урын да етмәне. Ауыл халҡы гармун моңона һыуһаған.
Ҡырҡ өйлө мең ырыуы башҡорттарын ҡорға йыйып ошондай байрамдар ойоштороуҙы, йолаларҙы тергеҙеүҙе баҡыйлыҡҡа күскән Рәсимә Ураҡсина башлап ебәргән. Яҡташтары шәхестең  изге эшен дауам итә. Быйыл йәй улар Иҫке Ябалаҡлыла «Һаумыһығыҙ ауылдаштар» байрамына йыйыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика