Бөгөн республиканың төп телеканалы 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй 15.10.2016

Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында БСТ-ның тоғро дуҫтары, телевидение һәм радио ветерандары йыйылды. Байрам тантанаһын ҡарарға, ҡотлау сәләмдәрен еткерергә Саха Яҡут, Татарстан һәм башҡа төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар килде.

Экранда «Яңылыҡтар» сығарылышының 2000-се йылдар башындағы биҙәлеше. Яңы быуаттың башланыуы республика телевидениеһы үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Милли телеканал юлдашҡа күсеп, эфир ваҡытын киңәйтеп кенә ҡалмай, тамашасылар һанын да арттыра.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры фойеһында юлдаш телеканалын ойоштороуға, уның эстәлеген байытыуға тос өлөш индереүселәр - телевидение һәм радио ветерандары, элекке хеҙмәткәрҙәре, зәңгәр экрандың тоғро тамашасылары йыйылды. Улар бөгөн бер-береһен күреүгә ифрат шат тип әйтһәк хата булмаҫ. Сөнки берҙәм көс менән ун биш йыл элек республиканың төп телевидениеһы яңы баҫҡысҡа күтәрелә.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тарихының алтын биттәре менән танышҡандан һуң, театрҙа юбилей ҡунаҡтары республиканың ҡыҙыҡлы яңылыҡтары менән танышты. Артабан сәхнәгә йәш таланттар – «Тамыр»ҙар сыҡты.
Республиканың бөгөнгө тормошон, көнүҙәк хәл-ваҡиғаларҙы яҡтыртыусы телеканал хеҙмәткәрҙәре илдең төрлө тарафтарынан меңдәрсә ҡотлау сәләмдәрен алды. Тамашасыларҙың ихтирамы - киләһе уңыштарға төп этәргес тә.
Ауыл хужалығы булһынмы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһеме - БСТ-ла тапшырыуҙар теҙмәһе ифрат бай, «Яңылыҡтар» сығарылышы ла тиҫтәләгән журналист, оператор, режиссерҙарҙың хеҙмәт емеше. Иң мөһиме - ижади коллективтың тәүлек әйләнәһенә эшләүе бушҡа түгел, халыҡтың милли каналға ышанысы юғары.
Ун биш йыл - ул күп тә, аҙ ҙа кеүек. Әммә был ваҡыт арауығы - милли канал өсөн ысын мәғәнәһендә үҫеш осорона әйләнде. Техник яҡтан ғына түгел, программалар эстәлеге лә даими байый, камиллаша бара.
Экрандағы һүрәттең юғары сифатлы булыуы туранан-тура телеканалдың һанлы тапшырыуға күсеүенә бәйле. Был йәһәттән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы заман менән бергә атлай. Оло еңеүҙәр ҙә алда әле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика