Бөгөн республикала «Театрҙар төнө» мәҙәни акцияһы ойошторола

Бөгөн республикала «Театрҙар төнө» мәҙәни акцияһы ойошторола 26.09.2014

Күләмле сара сиктәрендә мәҙәни учреждениеларҙа театрлаштырылған тамашалар ҡарарға, актерҙар, театр мөхите менән яҡыныраҡ танышырға мөмкин буласаҡ.

Бөгөн барлыҡ театрҙар ишектәре киске сәғәт 6-ла асыласаҡ. Тамашасылар яратҡан актерҙары, режиссер, яҙыусылар менән яҡындан аралашыу мөмкинлегенә эйә. Бынан тыш, театр буйлап экскурсия ойошторола. «Театрҙар төнө»ндә һәр теләгән кеше үҙен актер ролендә һынап ҡарай аласаҡ. Урында уҡ ижади лабораториялар, әҙәби түңәрәктәр, халыҡ театрҙары эшләйәсәк. Йәшенә ҡарамай, һәр тамашасы күңеленә ятҡан шөғөл табасаҡ, тип вәғәҙәләй сараны ойоштороусылар. Ә кескәйҙәр өсөн әкиәт геройҙары ҡатнашлығында спектаклдәр, уйын-ярыштар әҙерләнгән.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла мәҙәни акцияға ҡушылды. Бөгөн республиканың төп телеканалында республика театрҙарының иң сағыу спектаклдәре күрһәтеләсәк. Төнгө 1-ҙә Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артистары башҡарыуында Флорид Бүләковтың «Мәскәү-Васютки», артабан Сибай, Салауат, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары башҡарыуында Арыҫлан Мөбәрәков, Туфан Миңнуллин, Сәрүәр Сурина әҫәрҙәре сәхнәләштереләсәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку