Бөгөн республикала «Театрҙар төнө» фестивале уҙҙы 26.09.2014

Күләмле сара сиктәрендә мәҙәни учреждениеларҙа театрлаштырылған тамашалар ҡарарға, актерҙар, театр мөхите менән яҡындан танышырға мөмкин булды. Ә  Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Волга буйы округы тетарҙарының «Ниточка» тип аталған 2-се фестивале асылды.  

«Театр төнө» уңайынан бөгөн барлыҡ  театрҙар ишектәрен аса. Тамашасыларҙы яратҡан актерҙары, режиссер, яҙыусылар менән осрашыуҙар көтә.  Бынан тыш, театр буйлап экскурсия ойошторола. Әле ҡурсаҡ театры иң талапсан тамашасыларҙы ҡабул итә.
Волга буйы округы театрҙарының «Ниточка» фестивале сағыу тамаша менән асылды. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актерҙары  боронғо башҡорт легендаһына таянып ижад ителгән «Урал батыр» спектакле премьераһын күрһәтте. Малайҙар-ҡыҙҙар тамашаны йылы ҡабул итте.  
Биш көн дауам иткән фестивалдә Өфө тамашасылары  Тольятти, Яр Саллы ҡалалары, Ульяновск, Ырымбур өлкәләре,  Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһы театрҙары спектаклдәрен ҡарай ала. Мәҙәни акция 30-сы сентябрҙә ҙур концерт менән тамамлана. Әйтергә кәрәк, еңеүселәрҙе балалар үҙҙәре билдәләй.
«Театрҙар  төнө»ндә теләге булған һәр кем үҙен актер ролендә һынап ҡарай ала. Ошонда уҡ ижади лабораториялар, әҙәби түңәрәктәр, халыҡ театрҙары эшләй. Һәр тамашасы күңеленә ятҡан шөғөл таба аласаҡ тип вәғәҙәләй сараны ойоштороусылар.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика