Бөгөн республика йәштәре баш ҡала үҙәгендә уҙғарылған «Сәләм, студент!» концерт-дискотекаһында ҡатнашып, дәртле көйҙәргә бейене

Бөгөн республика йәштәре баш ҡала үҙәгендә уҙғарылған «Сәләм, студент!» концерт-дискотекаһында ҡатнашып, дәртле көйҙәргә бейене 01.09.2016

Күләмле шоу-тамашаны «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Киров районы хакимиәте менән берлектә ун өсөнсө тапҡыр уҙғарҙы.

«Юлдаш»тар һәр ваҡыт йәштәр менән бер тулҡында. Радио хеҙмәткәрҙәренең йыл һайын Салауат Юлаев майҙанында «Сәләм, студент!» күләмле шоу-программаһын ойоштороуы ла быға асыҡ дәлил.  
Концерт-дискотека тәүге минуттарынан уҡ оҙайлы каникулдан һуң бер-береһе менән күрешеп өлгөрмәгән студенттар өсөн ҡыуаныслы, һағынышлы осрашыу сараһына әйләнде. Бында улар рәхәтләнеп аралашты, күңелдәре булғансы бейене.
Билдәле эстрада артистарының дәртле йыр-моңо, радио хеҙмәткәрҙәренең ҡотлау сәләме йәштәргә йыл дауамында белем алырға, сессияларҙы уңышлы тапшырырға көс-ҡеүәт, дарман да өҫтәгәндер.
Биш сәғәткә иҫәпләнгән сара барышында йәштәр сәхнәгә сығып, отҡорлоҡта, сослоҡта ла көс һынашты. Радио хеҙмәткәрҙәре майҙандың иң оҫта бейеүселәрен, шаяртыусыларын асыҡланы. Еңеүселәргә бағыусыларҙан шәп бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне. Алтын көҙҙөң тәүге көнөндә берәүҙәр смартфон отоп ҡыуанһа, икенселәр велосипедлы булды. Башҡортостан студенттары Яңы уҡыу йылына, яңы еңеүҙәргә  тулыһынса әҙер. «Юлдаш»тар иһә уларҙы һәр ваҡыт радио тулҡындары аша моңло йырҙары, мауыҡтырғыс тапшырыуҙары менән дәртләндереп торасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика