Бөгөн - радио һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре көнө

Бөгөн - радио һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре көнө 07.05.2016

Тылсымлы ҡумтаны 1895 йылдың 7 майында рус физигы Александр Попов уйлап таба һәм сымһыҙ элемтә үҫешенә нигеҙ һала.  Бөгөн радионы һәр бер ғаиләнең яҡын дуҫы, донъяның төрлө ҡитғаларында йәшәүсе халыҡты берләштереүсе дуҫлыҡ күпере тип атарға мөмкин.  Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында ғына  өс радио – «Юлдаш», «Ашҡаҙар», «Спутник ФМ» эшләй. Улар тапшырыуҙарҙы башҡорт, рус, татар телдәрендә алып бара.  Һөнәри байрамын да улар яратҡан тыңлаусылары менән эш урынында ҡаршы ала.

Был тауыш һәр радио тыңлаусыға яҡшы таныш. Әхәт Мортазин 30 йылдан ашыу диктор булып эшләү осоронда һәр ғаиләнең яҡын дуҫына әйләнгән.  Әхәт Мотаһар улы әйтеүенсә, мәғлүмәтте кешегә еткереү өсөн тәүҙә үҙ күңелеү аша үткәреү мөһим. Сөнки йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә барып етә.
Башҡортостанда радио 1920 йылдар аҙағында барлыҡҡа килә. Тәүҙә кешеләр һөйләгән ҡумтаға ҡарап кешеһе ҡайҙа ултыра икән тип аптырай,  ә һуңғараҡ инде  радио һәр ғаиләгә үтеп инә. Тәүҙә уларҙың формаһы ҙурыраҡ та, килбәтһеҙерәк тә була. Әммә технологиялар камиллашыу менән  радиоалғыстарҙың да, тауыш яҙҙырыу апппараттарының да тышҡы йөҙө лә, мөмкинлектәре лә үҙгәрә.  Дүрт килограммдан ашыулыҡ ҡоролмалар тотоп йөрөгән радиожурналистар усҡа һыймалы диктофондарға һәм һанлы форматҡа күсә.  Тауышты хәҙер телефон аша ла, интернетттан да  яҙҙырып алыу мөмкинлеге бар. Заманса уңайлыҡтар яңылыҡтарҙы  халыҡҡа тиҙ һәм тулы кимәлдә тапшырырға булышлыҡ итә.
Мәғлүмәт саралары күп булыуға ҡарамаҫтан, радио яңылыҡтар еткереүҙең иң оператив сараһы булып ҡала. Бында көндәлек хәбәрҙәр сәғәт һайын эфирға сыға. Радио тулҡындарында шулай  уҡ башҡорт, татар телдәрендә алып барылған фәһемле һәм мауыҡтырғыс тапшырыуҙарҙы  табырға, күңелеңә ятҡан йыр-моңдарҙы тыңларға мөмкин. Хатта, кеҫә телефоны аша ла...  Мәҫәлән, «Ашҡаҙар» радиоһы  алтын фондта һаҡланған яҙмаларҙы халыҡҡа еткерә.
Заман менән бергә эфир даирәһе лә киңәйә. Мәҫәлән, «Юлдаш» радиоһын бөгөн  Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, сит ҡитғаларҙа тыңлайҙар. Радио  хеҙмәткәрҙәре үҙ тыңлаусыларын яңынан-яңы ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар, төрлө акциялар,  концерттар менән һөйөндөрә. Физик Попов уйлап тапҡан радио бөгөн техник ҡоролма ғына түгел, кешеләрҙе дуҫлаштырыусы, берләштереүсе дуҫлыҡ күпере булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика