Бөгөн «Рәсәй. Мәҙәниәт» төбәк каналы яңыса эш башланы 01.07.2015

Яңыртылған канал республиканың мәҙәни яңылыҡтарын яҡтыртасаҡ. Эфирға мәҙәни тормошҡа ҡағылышлы төрлө проекттар сығасаҡ. Каналдың исем туйына арналған сарала танылған диктор Наилә Ғәләүетдинованы ла тәбрикләнеләр. Ярты быуатлыҡ тырыш  хеҙмәте өсөн ул Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет Грамотаһы менән бүләкләнде. Тантанала ҡатнашыусылар яңы каналға ижади уңыштар теләне.

«Рәсәй. Мәҙәниәт» төбәк каналын тергеҙеү тәҡдиме тәүҙән үк Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовта ла хуплау тапҡайны.   Бөгөн халыҡ-ара саммиттар алдынан республика етәксеһе «Мәҙәниә» каналы күҙәтеүсеһе Владислав Флярковский менән әңгәмәләште. Унда һүҙ проекттың Башҡортостан өсөн әһәмиәте,  ШОС һәм БРИКС саммиттары, шулай уҡ халыҡ-ара «Берҙәмлек» фестивале тураһында барҙы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика