Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика гимназия-интернатында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған кисә үтте 08.05.2017

Сараға  яу  һәм тыл ҡаһармандары, хеҙмәт ветерандары саҡырылған. Уҡыусылар был сараға оҙаҡ әҙерләнгән, һуғыш тураһындағы йыр-бейеүҙәрҙән, спектаклдрҙән өҙөктәрҙән бай йөкмәткеле  концерт программаһы ҡуйылған, балалар  ветерандар өсөн үҙ ҡулдары менән бүләктәр эшләгән.

Кисәлә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, 45-тең Еңеү яҙына ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә  һуғыш ауазы онотолмай. Һәр бер ғаиләлә яу һәм тыл ҡаһармандары бар. Ә  йәш быуын өсөн һуғыш хәтирәләрен  тап яугирҙарҙың үҙҙәренән ишетеү бик мөһим. Сөнки әлеге ваҡытта тарихты  боҙоп күрһәтеү осраҡтары ла юҡ түгел. Ә ветерандар  уҡыусыларға һуғыш  ваҡытында күргән  михнәттәрҙе бар тулылығында еткерә ала. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар  йәштәргә теләктәрен дә еткерҙе, ил ныҡлы булыһын өсөн халыҡ ҡеүәтле булырға тейеш. Ә Ватанды һаҡлау  өсөн ныҡлы белем дә, физик көс тә талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика