Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 25-се ижад миҙгелен асты

Бөгөн  Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 25-се ижад миҙгелен асты 07.10.2014

Сирек быуатлыҡ юбилейы уңайынан артистар килгән ҡунаҡтарға театрлаштырылған бай программа тәҡдим итте.  

Ҡасандыр йәш тамашасылар өсөн үҙ ишектәрен асҡан театр бөгөн 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән ижад йорто киң йәмәғәтселектең ихтирамын һәм һөйөүен яулай. Бөгөн Милли йәшәтәр театры кимәленә тиклем үҫкән. 42-се ижад миҙгелен асыуға ҡарамаҫтан, Вәкилә Ҡалмантаева тулҡынланыуын йәшерә алмай. Һәр сығышты ул сәхнәгә тәүге тапҡыр баҫҡан кеүек ҡабул итә. Тиҫтәләрсә йыл тәжрибә булыуға ҡарамаҫтан, актриса ролдәргә ентекле әҙерләнә. Сөнки хәҙерге заман тамашасыһы айырыуса талапсан, ихлас уйынды талап итә, ти ул.

Яңы ижади миҙгелде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, ғәҙәттәгесә, премьера менән түгел, ә тамашасылар һөйөүен яулаған спектаклдән өҙөктәр менән асты. Ф. Бүләковтың «Шомбай, М.Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Ҡыҙ урлау», Г. Гориндың «Тиль» әҫәрҙәре тамашасылар иғтибарына йәлеп ителде. Фиҙаҡәр хеҙмәте һәм оҫталығы өсөн ҡайһы бер театр хеҙмәткәрҙәре Хөкүмәт һәм Мәҙәниәт министрлығы грамоталары менән бүләкләнде.

Республиканың иң йәш һәм ике телдә уйнаусы берҙән-бер театр бөгөн тамашасы һөйөүен яулаған. 25 йыл эсендә сәхнәгә 170 спектакль ҡуйылған, уларҙың 60-ы йәш тамашасыға бағышланған. 2006 йылда Милли йәштәр театрына бөйөк шағир, яҙыусы, драматург Мостай Кәрим исеме бирелә. Ошо осорҙан тамашасылар өсөн дә, актерҙар өсөн дә яңы дәүер башлана.

Тиҙҙән театр иң йәш тамашасыларын «Алладин» тип исемләнгән әкиәт менән ҡыуандырмаҡсы. Артабан сәхнәгә ниндәй әҫәр сығарыласағы сер итеп һаҡлана.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика