Бөгөн Мораҡ ауылында ла «Масленица» байрамы уҙҙы

Бөгөн Мораҡ ауылында ла «Масленица» байрамы уҙҙы 21.02.2015

Көндөң ярайһы ғына һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, «Совхоз» биҫтәһенә  халыҡ күп йыйылды. Сара бик күңелле  үтте. Ҡайнар самауыр байрам кәйефен күтәрһә, күмәк көс менән әҙерләнгән табындың төп атрибуты - ҡоймаҡтың ниндәй генә төрө юҡ ине! Тәмлекәстәр менән бер-береһен, балаларҙы һыйлаған халыҡ  йырлап-бейеп күңел асты, төрлө уйындар уйнап кинәнде. Район мәҙәниәте һарайы артистарының концерт номерҙары байрамды тағы ла биҙәне.  Йылдағыса төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән байрам ҡарасҡы яғыу менән тамамланды.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика