Бөгөн милли батырыбыҙҙың тыуған төйәгендә «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы үтте

Бөгөн милли батырыбыҙҙың тыуған төйәгендә «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы үтте 05.07.2014

Уның барышында үҙенсәлекле мәҙәни саралар уҙғарылды. Йыйын ҡунаҡтарын төбәккә сәфәре барышында республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та тәбрикләне.

Уның барышында үҙенсәлекле мәҙәни саралар уҙғарылды. Йыйын ҡунаҡтарын төбәккә сәфәре барышында республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та тәбрикләне.

Башҡортостанда Салауат исемен белмәгән кеше юҡтыр. Быуаттар дауамында уның исемен телгә алырға, батырлыҡтарын киләсәк быуынға һөйләргә тыйылһа ла, ул онотолмаған. Улай ғына ла түгел, бөгөн Башҡортостандың юғары дәүләт наградалары, ҡаҙаныштар өсөн тапшырылған орден, дәүләт премияһы Салауат Юлаев исемен йөртә. Тап ошо исем бөгөн азатлыҡтың төп символы булып тора. Шуға күрә батырҙың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы саралар республика кимәлендә уҙғарыла.
Ижади колективтар әҙерләгән театраль тамашала башҡорт халҡының Бүгәсәү батшаһына ҡушылыуы һүрәтләнән. Сәхнәләштереү һуңғы һулышына тиклем азатлыҡ өсөн көрәшкән халыҡтың көнкүрешен, башҡа халыҡтар менән дуҫлығын сағылдыра. Салауат батыр тыуған яғына тере ҡайтмаһа ла, уның даны ҡайта. Арҙаҡлы шәхестең тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған фольклор байрам ғәҙәттәгесә уның тыуған төйәгендә уҙғарыла. Салауат йыйыны быйыл республикала 10-сы тапҡыр ойошторола. Ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы менән республика халҡын төбәк балшығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
Байрамда бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай ҙа сараның төп өлөшө майҙан батырын һәм һылыуын билдәләүгә бағышланды. 16 йәштән 25 йәшкәсә егеттәр һәм ҡыҙҙар бәйгелә таһыллығын, һүҙ маһирлығын, халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығын күрһәтте. Быйыл үҙенсәлекле сара - Салауаттар парады ла ойошторолдо. Ошо исемде йөрөтөүсе билдәле кешеләр, чемпиондар, яҙыусылар һәм фән, мәҙәниәт, медицина өлкәһе алдынғылары бер майҙанға йыйылды. Байрам күңел асыу сараһы ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың милли йолаларын, боронғо кәсептәрен, ялҡынлы тарихын йәш быуынға еткереү маҡсаты менән ойошторолан. Көмөш өҙәңге бәйгеһе быға асыҡ дәлил. Эшҡыуарҙар әҙерләгән күргәҙмәлә халыҡ кәсептәре өлгөләре ҡуйылды. урында уҡ дегет ҡайнатыу, даға яһау серҙәренә төшөнөргә мөмкин. Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов та үҙ ҡулдары менән даға яһаны.
Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы халҡыбыҙға арҙалы шәхестәр бүләк иткән Арҡауыл ауылында күптән көтөлгән күп функциялы мәҙәни үҙәк асылды. Бында 200 урынға иҫәпләнгән мәҙәниәт йорто, китапхана, кинозал, картиналар галереяһы, ике музей, электрон уҡыу залы, балалар өсөн уйын бүлмәләре бар. Бында олоһо ла кесеһе лә күңеленә ятҡан шөғөл таба ала.
Ауылда заман шарттарына ярашлы уңайлыҡтар булдырыу өсөн мәҙниәт йорто бинаһын бер йыл эсендә төҙөкләндергәндәр. Бының өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан бүленгән 10 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолан. Урындағылар һүҙҙәренсә үҙәк ауыл халҡы өсөн көн талабы. Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов урындағы уңайлыҡтар менән танышты.
Сәфәр барышында төбәк башлығы Әлкә ауылы урта мәктәбендә булды. Уҡыу йортонда Салауат Юлаевтың бала сағына арналан музей ойошторолған. Урында үҙенсәлекле композия ла бар. Салауат Юлаевтың үҫмер сағын һынландырыу өсөн яҡын тирәләге ауылдарҙа йәшәүсе 30 малайҙың йөҙөнән йыйылма образ һалынған. Уҡытыусылар төбәк башлығына мәктәпкә Салауат Юлаев исемен биреп, уны лицей дәрәжәһенә күтәрергә тәҡдим итте.
Бөгөн мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙең 40 проценты махсус белем алмаған, ә тәжрибәле белгестәрҙең уртаса йәше 50-нән артҡан. Был күрһәткес төбәктә кадрҙар ҡытлығы тураһында һөйләй. Салауат районына сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов район хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашты. Ултырышта Башҡортостанда мәҙәниәт йылын тормошҡа ашырыу өлкәһендәге хәл итәһе мәсьәләлр тураһында һүҙ барҙы. Был тәңгәлдә эш башланған. Мәҙәниәт йылы сиктәрендә төбәктә тиҫтәнән ашыу мәҙәни үҙәктәр асыу, булғандарын төҙөкләндереү, матераль техник базаны нығытыу күҙаллана.
Лилиә Тунасова


Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика