Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына - 263 йыл

Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына - 263 йыл 16.06.2017

Уның исеме республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө. Батыр һыны Башҡортостан гербында урын алған. Салауат Юлаев исемендәге орден һәм республикабыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә дәүләт премияһы бар.

Уның исеме ҡала, район, хоккей клубы, предприятиелар, Башҡортостанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстан, Донецк, Кривой Рог, Эстонияның Палдиски ҡалаларындағы урамдарға бирелгән. Төрлө төбәктәрҙә уға һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған, күп кенә ауыл һәм ҡалаларҙа Салауат Юлаев музейҙары эшләй. Башҡортостанда йыл һайын Салауат көндәре үтә, «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы уҙғарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика