Бөгөн Кушнаренко ауылы сағыу биҙәктәргә күмелде

Бөгөн Кушнаренко ауылы сағыу биҙәктәргә күмелде 27.09.2014

Республика фольклор коллективтарын бергә йыйған «Кушнаренко таңы» халыҡ ижады фестивале быйыл өсөнсөгә уҙғарылды.

Фольклор конкурсы башланыуға һанаулы минуттар ҡала, һәр коллектив мөмкинлектән файҙаланып номерын тағы бер ҡабатлап өлгөрөргә тырыша. Октябрьский ҡалаһынан килгән был коллектив сағыштырмаса йәш. Уҡытыусы, табип, хаҡлы ялдағылырҙан торған  коллектив ағзалары халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтеүҙе үҙҙәренең маҡсаты итеп  алған.
Ансамблдәрҙең ниндәйе генә юҡ, боронғо рус йырҙарын башҡарыусы Оло Ыҡтамаҡтың «Рябинушка» коллективы, Дүртөйлөләр, Борайҙар, Шишмәләр һәм башҡалар... Йөкмәткеһе буйынса  фестивалдә башҡорт, марий, сыуаш, татар милли көйҙәре яңғыраны. Бөтә сығыштар ҙа йыр-бейеүҙән генә торманы, сығыш яһаусылар йолалар тематикаһына ла мөрәжәғәт итте.  
Быйыл фестивалдә 300-гә яҡын кеше ҡатнашты, улар 23 коллективҡа берләшкән. Шарт буйынса һәр ансамбль 10-15 минутлыҡ сығыш әҙерләргә тейеш. Еңеүсе иң яҡшы этнографик, инструменталь, вокал һәм хореографик ансамбль тигән номинациялар буйынса билдәләнде.  
«Кушнаренко таңы» фольклор фестивале халыҡтар дуҫлығы байрамы ла булып тора. Башҡортостанда берҙәм, татыу йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре бер сәхнәлә сығыш яһаны, бер-береһенән үрнәк  алды. Фестиваль ҙур гала-концерт менән тамамланды.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку