Бөгөн Курган дәүләт художесто музейында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның шәхси күргәҙмәһе асыла

Бөгөн Курган дәүләт художесто музейында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның шәхси күргәҙмәһе асыла 28.10.2016

«Балҡыу»  тип исемләнгән экспозицияла акварель оҫтаһының  төрлө йылдарҙа ижад ителгән 60-тан ашыу әҫәре урын алған. Улар араһында быйыл Карелияның Кижи утрауында яҙылғандары ла бар. Утрауҙағы ағастан семәрләп эшләнгән боронғо архитектур ҡоролмалар, Рәсәй төньяғының ҡырыҫ, ләкин ҡабатланмаҫ  матур тәбиғәте авторҙы көтөлмәгән асыштарға илһамландыра.

Ләйсән Рәхмәтуллинаның быға тиклем дә Курганда үткән 2-се, 3-сө һәм 4-се Бөтә Рәсәй акварель күргәҙмәләрендә ҡатнашҡаны булған. Шуға күрә лә яҡташыбыҙҙың исеме был төбәктең һынлы сәнғәт һөйөүселәренә яҡшы таныш.  Ижад дәүерендә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ләйсән Рәхмәтуллина Өфөлә һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә  21 шәхси күргәҙмәһен ойошторған. Тыуған ер күркәмлеге, тәбиғәт күренештәрен данлаған әҫәрҙәре аша автор тормош мәғәнәһе, йәшәйештең асылы, был донъяла һәр кемдең тәғәйенләнеше тураһында фәлсәфәүи һығымталар яһауға ирешә.    

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика