Бөгөн - Халыҡ-ара туған телдәр  көнө 21.02.2015

1999 йылда ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары нигеҙендә булдырылған әһәмиәтле дата йыл һайын билдәләнә.

Халыҡ яҙмышы менән тел яҙмышы айырылғыһыҙ. Бөтә халыҡтар ҙа үҙҙәренең телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп көс һала. ЮНЕСКО ойошмаһы фекеренсә, бөгөн телдәрҙең үҫешенә бер тигеҙ шарттар тыуҙырылмаған, уларҙың күбеһе ҡурсалауға, ярҙамға мохтаж. Башҡортостанда бөгөн 150-нән ашыу милләт татыу көн итә, уларға үҙ телен,  йолаларын һаҡлау өсөн бөтә шарттар булдырылған. Милли-мәҙәни  үҙәктәр эшләп килә. Мәктәптәрҙә уҡытыу алты телдә алып барыла, 14 тел предмет булараҡ өйрәнелә. 6 телдә гәзит-журналдар нәшер ителә.
ЮНЕСКО  мәғлүмәттәре буйынса донъяла 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың яртыһы юҡҡа сығыу кимәлендә. Белгестәр билдәләүенсә, тел йәшәһен өсөн 100  меңдән ашыу кешенең һөйләшеүе шарт. Халыҡты халыҡ иткән иң ҡиммәтле рухи хазинаны  киләсәк быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика