Бөгөн - халыҡ-ара телевидение көнө 21.11.2016

Аҡлы-ҡаралы телевизорҙарҙан, ҡатлы-ҡатлы таҫмаларҙан башланған телевидение бөгөн төҫлө, һанлы форматта эшләй, сигналдар донъяның иң төпкөл мөйөштәренә лә барып етә.   Башҡортостандың үҙ юлдашы барлыҡҡа килеүенә 15 йыл ғына ваҡыт үтһә лә, республикала тәүге телерадиотапшырыуҙар  үткән быуат уртаһында уҡ сыға башлай.  Бөгөн бар тарих Республиканың милли музейында асылған күргәҙмәлә сағылыш тапты.

Заманса биҙәлгән студиялар, суфлер, һанлы формат.  Журналистар  әҙерләгән материалдар сығарылыш бүлегенә  махсус программа буйынса компьютер аша ғына тапшырыла. Был бөгөнгө, беҙҙең көндәрҙәге телевидение,  ә тәүге йылдарҙа журналистарға   тапшырыуҙарҙы таҫмаларға төшөрөргә, көс еткеһеҙ төргәктәрҙе  күтәреп ташырға тура килә.  
Ваҡыт яғы ла иҫәпле  була, шуға Башҡортостан журналистары бүленгән һәр минутты файҙаланып ҡалырға тырыша,  халыҡ күңеленә ятырҙай тапшырыуҙар әҙерләй. Бар программалар тура эфирҙа күрһәтелә. Техник яҡты камиллаштырыу өҫтөндә эш туҡтауһыҙ дауам итә.  
Бөгөн иһә телевидение һәм радионың бар үткәне милли музейҙағы күргәҙмәлә сағылыш тапҡҡан. Бында хатта, үткән быуат уртаһында сығарылған КВН 49 телевизоры ла бар, уның бәләкәй генә экранын әҙ булһа ла ҙурайтыу өсөн алдына таҙа һыу тултырылған линза элергә тура килә.  Залда телевизорҙарҙың ғына түгел,  радиоалғыстарҙың, тауыш  яҙҙырыу аппараттарының, камераларҙың тиҫтәләрсә төрөн күрергә мөмкин.  Экспонаттарҙы йыйыу 5 йыл тирәһе барған, хатта райондар буйлап  тупларға тура килде, ти телевидение академигы Шәүрә Ғилманова.
Һәр радио һәм телетапшырыу артында тиҫтәләгән кешенең хеҙмәт емеше ята. Музейҙағы экспонаттарҙа тарихи йылъяҙманы яҙыусылар менән яҡындан танышырға мөмкин.  Киләсәккә теләктәр ҙә бар.
Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы  донъяның бөтә ҡитғаларында ла күрһәтә, уның тамашасылары миллиондар менән иҫәпләнә.  Техник ҡеүәттәр иһә федераль каналдарҙыҡынан ҡайтыш түгел. 5 күсмә станция  тура трансляциялар алып барыу мөмкинлеген бирә.  Һәм халыҡ тапшырыуҙарҙы тәүлек әйләнәһенә ҡарай ала. Телеканал бай  тарихын яңы биттәр менән байытыуын дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика