Бөгөн халыҡ-ара телевидение көнө 21.11.2015

1996 йыл Берләшкән милләттәр ойошмаһының генераль ассамблеяһында 21 ноябрь халыҡ-ара телевидение көнө тип иғлан ителә. Дәүләттәргә был көндө  именлек, иҡтисад, социаль үҫеш мәсьәләләренә арналған  телевидение тапшырыуҙарын таратыу менән билдәләргә тәҡдим ителә. Бөгөн беҙ тамашасыларыбыҙҙы яңылыҡтар программаһының кадр арты менән таныштырырға булдыҡ.

Режиссер тауыш биреүгә студияла диктор әҙерләнә башлай. Был ваҡытта иң ҡыҙыу эш студия эргәһендәге ошо бүлмәлә бара. Эфир барышында видеояҙманы ебәреү, яңылышмау тап улар елкәһендә. Һәр яңылыҡты режиссер күҙәтә, әгәр берәй көтөлмәгән хәл барлыҡҡа килһә лә ул яуаплы.
Бар яңылыҡтарҙы ла иң тәүгеләрҙән булып координаторҙар  белә. Тап улар беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итеүселәр менән аралаша. Һәр шылтыратыуға яуап бирә. Съемкаға оператор, башҡорт, рус редакциялары хәбәрселәре, һәм инженер сыға. Ҡайһы берҙә ижади төркөм аҙнаһына алты районда булып өлгөрә.
Төшөргәс тә эфирға биреү төп маҡсат. Әлбиттә, төшөрөлгән материал үҙенсәлекле һәм тамашасыны ҡыҙыҡһындырһын өсөн операторҙарҙың да роле ҙур. Тема төшөрөлгәс редакцияла уны яҙырға, монтажларға ла кәрәк. Хәбәрселәр яҙһа, монтажерҙар видеояҙманы йыя. Эфир алдынан редакция бал ҡорто ояһын хәтерләтә.
Әлбиттә, съемка барышында йыш ҡына ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә осрай. Уларҙы монтажерҙар компьютерҙа йыйып бара.
Телевидениела эшләүселәрҙең тормошо ҡыҙыу һәм ваҡиғаларға бай. Тап ошо һөнәргә һөйөү һәм тоғролоҡ уята, күрәһең. Телевидение көнө йәш булһа ла, уның тарихы кәм тигәндә 100 элек башлана. Тәүге тапшырыуҙар тәжрибә булараҡ 20 быуаттың 20 йылдарында Ҡушма Штаттарҙа эфирға сыға. 50-се йылдарҙа  телетапшырыуҙар тотош Европала тарала. Әле донъяла телевидение булмаған бер генә төбәк тә юҡ. Республика телеканалдары ла халыҡҡа мәғлүмәт еткереү бурысына тос өлөш индерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика