Бөгөн - Халыҡ-ара театр көнө

Бөгөн - Халыҡ-ара театр көнө 27.03.2015

Театр эшмәкәрҙәре һәм актерҙар көнө Халыҡ-ара театр институтының 1961 йылда уҙған 9-сы конгресы делегаттары тәҡдиме буйынса билдәләнә.

Башҡортостанда ул -  12 дәүләт театрының һөнәри байрамы. Ғәҙәттә, был көндө сәхнә оҫталары  тамашасыларға тантаналы саралар, премьера спектаклдәре тәҡдим итә. Бөгөн, мәҫәлән,  Рус драма театры актерҙары «Енәйәт һәм яза» спектакле менән сәхнәгә сыға.  Ә инде Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бөгөн кис Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтың юбилей бенефисы сиктәрендә «Һаран» комедияһын тәҡдим итә.  Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры иһә тамашасыларҙы байрам  кисәһенә саҡыра.  Халыҡ-ара театр көнө шулай уҡ республиканың башҡа ҡалаларында ла киң  билдәләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика