Бөгөн халыҡ-ара бейеү көнө 29.04.2016

Комаров исемендәге пионерҙар һарайында 6 тиҫтәнән ашыу  ижади коллектив эшләй. Улар араһында «Веселинка»  өлгөлө балалар хореография ансамбле  ҡабатланмаҫ бейеүҙәре, сағыу костюмдары  һәм һәләтле йәш бейеүселәре менән айырылып тора. «Веселинка» ансамблен  Европа, Азия, Скандинавия илдәрендә яҡшы беләләр. Был коллектив ете тапҡыр иң юғары баһа - Гран-приға лайыҡ булған.  Халыҡ-ара бейеү көнөндә бер сәхнәлә ике йөҙҙән ашыу  егет-ҡыҙ донъя, Рәсәй һәм  Башҡортостан  халыҡтары бейеүҙәрен башҡарҙы.

Комаров исемендәге балалар ижады һарайының концерт залы бәләкәй тамашасылар, ата-әсәләр, олатай-оләсәйҙәр менән шығырым тулы. Өлгөлө балалар бейеү ансамбленең үҙ сәхнәһендә сығыш яһауын олоһо ла кесеһе лә  көтөп ала.
Легендар педагог - хореограф Оксана Щука һәр миҙгел һайын яңы бейеүҙәр һала. Былтыр рус фольклорына нигеҙләнеп – «Өй эйәләре», быйылғы уҡыу йылында башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадына таянып «Сыбыртҡылар»  бейеүен һалған. Бейеү сәнғәте серҙәренә төшөнөүсе балаларҙан остаздары  ҡәтғи тәртип һәм эшһөйәрлек талап итә.
Ҡытайға айҙан ашыу гастролдәрҙә – Тайвань, Сицилияла - итальян, Болгарияла - болгар бейеүҙәрен өйрәнгәндәр. «Веселинка» бейеүселәре  башҡалабыҙ Өфөлә үткән төрлө мәҙәни сараларҙы иҫтә ҡалырлыҡ сығыштары менән байыта. Физик һәм рухи әҙерлек  талап иткән бейеү сәнғәтенә бары тик түҙемле,үҙ-үҙенә талапсан балалар ғына тоғро ҡала.  
Сөмбөл Садиҡова, «Веселинка» өлгөлө балалар хореография  ансамбле солисы: «Был ансамблдә биш йәшемдән шөғөлләнәм. Бейеүҙәр менән Ҡазанда, Санкт-Петербургта, Италияның Агридженто, Төркиәнең Болу ҡалаларында сығыш яһаным. Төрлө илдәрҙә,ҡалаларҙа, таныш түгел сәхнәләрҙә сығыш яһау беҙҙең тәжрибәне үҫтерә, еңеүҙәр киләһе конкурстарға илһамландыра».
Ата-әсәләр һорауы буйынса бөгөнгө сағыу концерт 1 май Яҙ һәм хеҙмәт байрамында ла үтәсәк. 23-сө ижад миҙгелен тамамлау менән ансамль бейеүселәре күнекмәләрҙе туҡтатмаясаҡ. Улар йәй уртаһында Сочи ҡалаһында үтәсәк халыҡ-ара бейеү конкурсында  сығыш яһарға әҙерләнә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика