Бөгөн Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия  лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы 11.10.2016

Күркәм сара дәүләт эшмәкәренең  тыуған ауылында үтте. Сара Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалыуҙан башланды. Һуңынан лауреаттар шәхестең йорт музейында үҙенең хәтер тамғаһын ҡалдырҙы. Быйылғы район премияһы лауреаттары исемлегенә өс кеше өҫтәлде.

Улар  район «Мораҙым» гәзитенең хаттар бүлеген етәкләүсе Гөлназ Сәйетбатталова, төбәк тарихын фотоһүрәттәрҙә һаҡлап килгән Зыя Ғарипов һәм Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Саньяров. Сарала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһының быйылғы лауреаттары ла ҡатнашты.
Тантаналы сараларҙан  һуң ҡунаҡтар һәм лауреаттар Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге аллеяла ағас ултыртты. Әйткәндәй, быйыл Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 120 йыл. Уның исемендәге премия республика статусы алыуға 20 йыл тула. Ошо уңайҙан район кимәлендә күп мәҙәни  саралар уҙғарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика