Бөгөн Өфөнөң Яҡутов паркында 7-се тапҡыр «Сәләм-2017» сыуаш йыр-бейеүҙәре фестивале үтте 30.06.2017

Яңы ижади коллективтарҙы асыҡлау, йәш быуында мәҙәниәткә, йыр-бейеүҙәргә, ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү һәм ихтирам уятыу маҡсатын ҡуйған байрамда республика район-ҡалаларынан килгән үҙешмәкәр коллективтар сағыу сығыштары менән һөйөндөрҙө.

Фестиваль сиктәрендәге конкурс ете номинация буйынса үтте. Ҡатнашыусылар халыҡ, эстрада йыр-бейеүҙәрен коллектив һәм яңғыҙ башҡарҙы, төркөм менән музыка ҡоралдарында уйнаны. Быйылғы фестивалдә 45 үҙешмәкәр коллектив сығыш яһаны.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика