Бөгөн Өфөнөң «Родина» кинотеатрында йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның ҡыҫҡа метражлы «Ҡырағай» фильмының премьера алды сеансы күрһәтелде

Бөгөн Өфөнөң «Родина» кинотеатрында йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның ҡыҫҡа метражлы  «Ҡырағай» фильмының премьера алды сеансы күрһәтелде 27.12.2016

Фильм ябай, бер үк ваҡытта ҡатмарлы ла тормош ваҡиғаһын һүрәтләй. Ғәҙәти кинотаҫмаларҙан айырмалы «Ҡырағай» сюжет ҡоролошо яғынан ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле. Төп ролдәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары - СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова һәм талантлы йәш актер Артур Кәбиров. Әйткәндәй, был фильм режиссеры Фәрзәнә Утарбаеваның тәүге ижад емеше.

Фильм эпизодында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Алтынай Юнысова ла бар. Кино өлкәһендә башҡарған тәүге роле тап шәфҡәт туташына бәйле булыуы юҡҡа түгел, ә хыялдың тормошҡа ашыуы, ти ул.
Фәрзәнәнең киноға режиссер булараҡ килеүенә Өфөлә үткән II халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кинофестивале  ҡатнашыуы сәбәпсе була. Дебютанттарҙың башҡорт питчингында ул сценарий әҙерләп, уны яҡлап икенсе урынға лайыҡ була. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Теүәл бер йылдан «Ҡырағай» фильмы ижад ителә.
Әйткәндәй, премьера алдынан фильмды бөгөн  күрһәтеү осраҡлы түгел. Кино режиссеры Фәрзәнә Утарбаева тыуған көнөн билдәләй. Ә инде ҡыҫҡа метражлы «Ҡырағай» фильмының премьераһын тамашасылар киләһе йыл ҡарай ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика