Бөгөн Өфөнөң Нестерев исемендәге художество музейында бер юлы өс рәссамдың күргәҙмәһе асылды 16.05.2015

Сараға килеүселәр Тәлғәт Мәсәлимов, Игорь Тонконогий һәм Анатолий Баратынскийҙың ижади эштәренән композициялар менән танышты. Һәр рәссамдың донъяға үҙ  ҡарашы.

«Йыр» проектында  Тәлғәт Мәсәлимовтың этник авангард стилендәге   эштәре тупланған. Милли һыҙаттар ярҙамында рәссам  төрки халыҡтарҙың боронғо йәшәйешен күрһәтергә ынтыла. Картиналар уның һуңғы йылдарҙағы ижад емештәре. «Уйҙар» серияһында рәссамдың бала саҡ хыялдары һүрәтләнә. Ауылда үҙе күреп үҫкән күренештәрҙе ул төрлө буяуҙар менән һүрәтләй.  
Израилдә йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Өфөгә «Ваҡыт тәгәрмәсе»  проектын алып ҡайтҡан. Картиналарында тормошҡа фәлсәфәүи ҡарашы сағыла. Израилдә, Норвегияла, Америкала, Канадала һәм башҡа илдәрҙә күргәҙмәләр ойошторған эмигранттың тыуған яғында был тәүге  шәхси  күргәҙмәһе. Рәссам эштәрендә сит ил тәьҫораттарын берләштергән.  
Анатолий Баратынский, рәссам: «Мин сәйәхәттә  фото төшөрәм. Күргәнемде  ябай итеп  кенә эшләмәйем. Мәҫәлән, картинала  берәй  ҡалалағы бина  эргәһендә бөтөнләй башҡа яҡтарҙа йәшәүселәрҙе    төшөрәм».
Игорь Тонконогийҙың «Ҡалала йәшәүселәр» проекты иһә  Өфөлә үҫкән ағастарға бағышланған.  Рәссам  ҡала шарттарына яраҡлашҡан  ағастарҙы йыйылма образ булараҡ ҡуллана.  
Өс рәссам, өс йүнәлеш. Бай һәм  үҙенсәлекле күргәҙмә бер ай дауам итәсәк.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика