Бөгөн Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркында Наурыҙ байрамы уҙғарылды 25.03.2017

Наурыҙ - фарсы календары буйынса төрки халыҡтары араһында Яңы йыл башланыуын аңлата. Ул көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә билдәләнә.  Башҡортостанда  сараны ҙурлап үткәреү  матур йолаға әйләнгән. Көн боҙолоп, буранлап тороуға ҡарамаҫтан, бөгөн Сипайлово биҫтәһендәге ял паркына  халыҡ күп йыйылды.

Төрки халыҡтарҙың милли-мәҙәни үҙәктәре күргәҙмә ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусылар ҡәрҙәш халыҡтарҙың милли үҙенсәлеге, йолалары менән танышты. Берәүҙәр оҫталарҙың ҡул эштәренә һоҡланһа, икенселәр милли аш-һыуҙан ауыҙ итте, йыр-бейеүгә тамаша ҡылды.
Джамалетдин Усаев, байрамда ҡатнашыусы: «Минең өҫтөмдә бурка,башымда папаха-  улар һарыҡ йөнөнән, бик йылы. Был милли кейем Рәсүл Ғамзатов исемендәге мәҙәни үҙәктә һаҡлана. Дағстанда Наурыҙ  ҙурлап үткәрелмәй, ә бында беҙ йыл һайын ҡатнашырға тырышабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика