Бөгөн  Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге башҡарыусы-музыканттарҙың 3-сө халыҡ-ара конкурсының Гала концерты үтте 16.11.2016

Халыҡ-ара конкурс республика, Рәсәй төбәктәренән, сит илдән килгән 80-дән ашыу талантты берләштерҙе.

Конкурстың гала концерты Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ойошторолдо. Сығыштар яңғыҙ йырлау, фортопиано,ҡыллы музыка уйын ҡоралдары оҫталары араһында билдәләнде.
Конкурстың жюри ағзалары баһалауынса, проект юғары кимәлдә әҙерләнгән.Арҙаҡлы композитор Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәрен республика йыр-моң оҫталары ғына түгел, сит ил вәкилдәре лә теләп өйрәнә.
Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған халыҡ-ара конкурс йылдан-йыл киңерәк танылыу яулай. Быны сарала ҡатнашыусыларҙың артыуы, уларҙың бәйгегә юғары кимәлдә әҙерлеге дәлилләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика