Бөгөн Өфөлә яман шеш менән сирләүселәргә ярҙам итеү маҡсатында хәйриә акциялары ла уҙғарылды 04.02.2017

Константин Хабенскийҙың ижади үҫеш студияһында шөғөлләнеүселәр "Мин һәм минең күләгәм", "Көнсөл һәм йүләр" спектаклдәрен ҡуйып, тамашасыларҙан йыйылған аҡсаны хәйриә фондына йүнәлтте.

Сәхнәлә ҡатып ҡалған образдар берәм-берәм хәрәкәткә килә. Уларҙың күбеһе битлектә. Музыкаль спектаклдең исеме лә юҡҡа ғына "Мин һәм һинең күләгәң" тип аталмаған. Барри Джеймстың "Питер Пен" әкиәте  буйынса ҡуйылған әҫәрҙә яңғыҙлыҡтан ҡасыу, тормош мәғәнәһен эҙләү һүрәтләнә. Ғүмер оҙон түгел, тормошто яратырға кәрәк.

Спектаклдә  балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша.  Уларҙың барыһы ла Константин Хабенскийҙың студияһында шөғөлләнә. Күптәре тормош юлын сәнғәт менән бәйләргә ниәтләй. Берҙәм коллективтың сираттағы эшен бөгөн йөҙҙәрсә кеше ҡарап юғары баһаланы. Егет-ҡыҙҙар үҙ сығышында яман шешкә ҡаршы протест та күрһәтте. Тамашасыларҙан йыйылған килем сирлеләргә ярҙамға йүнәлтеләсәк.

Яңыраҡ Константин Хабенскийҙың Өфөләге ижади үҫеш студияһы педагогы Лариса Адушева ла яман шеш менән оҙайлы көрәштән һуң вафат була. Коллектив өсөн генә түгел, балалар өсөн дә был оло юғалтыу.  Шуға улар мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашыу тәҡдимен күтәреп ала.

Константин Хабенскийҙың ижади үҫеш студияһы  хәйриә акцияларын йыш ойоштора. Берҙәм коллектив әйтеүенсә, бындай саралар балаларҙы тәрбиәләй, мәрхәмәтлеккә өйрәтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика