Бөгөн Өфөлә «Сәләм, республика!» акцияһы уҙҙы 01.10.2016

Башҡортостан юлдаш телеканалының Сәләм программаһы республика буйлап сәфәрен йомғаҡлаған тамашаға йөҙҙәрсә кеше килде.  

«Сәләм» программаһы бөгөн  Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге «Простор» сауҙа  комплексы эргәһенән тура эфирға сыҡты. Сара Башҡортостан юлдаш телевидениеһының 15 йыллыҡ юбилейына арналды.
Майҙанға йөҙҙәрсә тамашасы килде. Республика халҡын балалар  баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары һәм йөҙйәшәрҙәр сәләмләне. Яңыраҡ йөҙ йәшен тултырған  Бөйөк ватан һуғышы ветераны Сергей Петров каналға оҙон ғүмер теләне, уға  гәзиткә бушлай яҙылыу бүләк ителде.  
«Сәләм республика!» акцияһы 2011 йылдан алып ойошторола. Бөгөн ул утыҙынсы нөктәлә тура эфирҙа эшләне. Ошо йылдар эсендә ижади төркөм  республиканың бик күп ҡала һәм райондарында  булып өлгөрҙө. Быйыл тапшырыу Сибай ҡалаһында алты төбәкте, Борайҙа өс  район халҡын бер майҙанға йыйҙы.
Проект  Башҡортостанда йәшәүсе алдынғы ойошмалар, төбәкте данлаусыларҙы, уңғандарҙы һәм таланттарҙы халыҡҡа күрһәтеү маҡсатында эшләй. Тамашасылар үҙҙәре лә тапшырыуҙа ҡатнаша. Эфирҙар  бер ҡасан да бер-береһен ҡабатламай.  Бөгөн  дә  ул үҙенсәлекле концерт номеры менән һөйөндөрҙө. «Яңылыҡтар» программаһы алып барыусылары һәм хәбәрселәре, телевидениеның баш режиссеры  сальса  бейене.
Программа сәғәт ярым тура эфирҙа барҙы. Башҡортостан юлдаш телеканалының егерме йыллыҡ тарихы булған иртәнге тапшырыуының  «Сәләм, республика!»  акцияһы  быйылғы миҙгелдә йомғаҡланды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика