Бөгөн Өфөлә күренекле рус шағирәһе Марина Цветаеваның хәтер кисәһе үтте

Бөгөн Өфөлә күренекле рус шағирәһе Марина Цветаеваның хәтер кисәһе үтте 18.10.2014

Марина Цветаева 1892 йылдың 26 сентябрендә тыуа. Шуға ла шағирәнең хәтер кисәһе йыл һайын көҙ уҙғарыла.  200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан кисә мәктәп уҡыусылары хоры менән асылды. Һуңынан шиғриәт һөйөүселәр Марина Цветаеваның әҫәрҙәрен яттан һөйләне. Бынан тыш, кисәгә мәҙәниәт, сәнғәт вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тарихсылар саҡырылғайны. Бәләбәй районының Өсән-Ивановка ауылында 1992 йылда Марина Цветаеваға музей асыла. Ләкин әле бина емерек хәлдә. Ойоштороусылар музейҙы төҙөкләндереү тураһында ла фекер алышты.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку