Бөгөн Өфөлә әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары билдәләнде 17.09.2015

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, икенсе турға барлығы 12 кандидат һайлап алынғайны.

Конкурс комиссияһы тарафынан юғары баһаға лайыҡ булыусыларҙың береһе-  башҡорт әҙәбиәте донъяһының өмөтлө яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов.  «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе күптәргә «Ҡалдырма, әсәй!» тип аталған повесы аша яҡшы таныш.  Шулай уҡ абруйлы  премияға «Тыуған илдә ҡулға ҡул тотоноп» тигән ижади проекттары өсөн  рәссәмдәр Айгөл Ишбирҙина менән Вера Фролова ла лайыҡ булды. Бынан тыш,   мәрхәмәтлек проекттары һәм Башҡортостан мәҙәниәте абруйын донъя кимәленә күтәргәне өсөн  Мәскәү филармонияһы артисы Артур Нәзиуллин да республика дәүләт йәштәр премияһы менән бүләкләнәсәк. 150 мең һум күләмендәге премияларҙы тапшырыу тантанаһы республика көнөндә уҙа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика