Бөгөн Өфөлә «Байыҡ» балалар бейеү телевизион конкурсына һайлау туры үтте

Бөгөн Өфөлә «Байыҡ» балалар бейеү телевизион конкурсына һайлау туры үтте 16.06.2017

Бәйгелә әле  бөтәһе 500 ҡатнашыусы , баһалама комиссияһы 200 ҙән ашыу сығышты ҡараны. Финалға үтеүселәр Гала-концертта сығыш яһаясаҡ.  

Сәхнәгә сығыр алдынан ҡыҙҙар тыпырҙатып ала, бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлай. Дәүләкәндәр «Тыпырҙаҡ» бейеүен алып килгән. Ансамбль һайлап алыу турына ентекле әҙерләнгән.
Сәхнәлә өйөрөлөп бейеүсе кескәйҙәрҙе тыныс күңел менән ҡарау мөмкин түгел.  Уларҙың хәрәкәттәренә күҙ әҙ эйәрмәй. Яһалмалылыҡ юҡ, оҫта  һәм ихлас бейейҙәр.  Быйыл туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән «Байыҡ» бейеү телевизион конкурсында 500- ҙән ашыу бала һәм үҫмер  ҡатнаша. Кисә Баймаҡта Урал аръяғы төбәктәре өсөн һайлап алыу туры үткән.  Бейеүҙәр бер-береһен ҡабатламай.  Иң- иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән түгел, шулай ҙа бәйге булғас, еңеүселәре лә буласаҡ.    
Башҡортостандың утыҙҙан ашыу төбәге вәкилдәре «Байыҡ»та үҙ көсөн һынап ҡарай. Бигерәк тә Миәкә, Ғафури, Баймаҡ, Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһы  ныҡ әҙерләнгән, тип билдәләне, жюри.  
Миәкә ҡыҙы Сөмбөл Әхмәтшина «Батыр ҡыҙ» бейеүен башҡарҙы.12 йәшлек уҡыусы  биш йәшенән бейей «Байыҡ»та икенсе тапҡыр  һәм быйыл үҙенсәлекле номер менән сығыш яһарға булған.
Абруйлы бәйге республика  район-ҡалаларында йәшәүсе балалар араһында  һәләтле бейеүселәрҙе аса.  Яңы бейеү өйрәнеүселәр ҙә, классик өлгөләргә өҫтөнлөк биреүселәр ҙә етди ярыш сәме менән яна
«Байыҡ» бейеү телевизион конкурсының Гала-концерты быйыл Өфөлә, 15 июлдә «Ватан» этнопаркында үтә. Тамашала республика төбәктәренән генә түгел, Бүрәт, Чечен республикаларынан, Осетиянан һәм Түбәнге Новгород ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарҙың да сығышы көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика