Бөгөн Өфөлә башҡорт милли киносәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтә 17.12.2014

«Уландарым - ҡанаттарым минең». Бөгөн Өфөлә үтәсәк башҡорт милли киносәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе шулай атала.

Ошо уңайҙан күренекле опера йырсылары, данлыҡлы  яҡташтарыбыҙ Асҡар менән Илдар Абдразаҡовтар журналистар менән осрашты. Матбуғат конференцияһында Италия йырсыһы Барбара Фриттоли ҙа ҡатнашты. Опера йондоҙҙары иртәгә һәм 28 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ концерт программаһы, ижади проекттары менән уртаҡлашты. Иртәгә Конгресс-Холлда үтәсәк  хәтер кисәһендә Әмир Ғәбделмән улы төшөргән фильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеләсәк. Концертта шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, танылған ҡурайсылар, йырсылар, икенсе бүлегендә Абдразаҡовтар үҙҙәре сығыш яһай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика