Бөгөн Өфөлә «Алһыу ҡаплан»  халыҡ-ара джаз фестивале асылды 07.04.2017

Ул өс көн дауамында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында үтә. Йыр-моң байрамында донъя кимәлендә билдәлелек яулаған джаз әһелдәре менән бер рәттән Рәсәй джаз-квартеттары, оркестрҙары сығыш яһай

«Алһыу ҡаплан» фестивале филармония фойеһынан уҡ башланды. Йәш музыканттарҙың сығышы бинаға килеп ингәс тә джаз кәйефе өҫтәй. Йыл һайын уҙғарылып килгән фестивалде яҙ айында  үткәреү күптән традицияға әйләнгән. Шуға ла баш ҡала халҡы тере музыка ритмдарын тыңларға күпләп килде.
Фестиваль алдынан тамашасылар музыка ҡоралдары күргәҙмәһен ҡарап, джаз байрамы тарихын бәйән иткән фоторәсемдәр менән таныша алды.
Тамашасылар Рәсәй джаз патриархы, төрлө музыка ҡоралдырында уйнаусы Давид Голощёкин, легендар башҡорт джаз ансамблдәре - Марат Юлдыбаевтың «Дуҫтар» һәм Олег Киреевтың «Орлан» артистары, филармонияның Биг-бэнд төркөмө сығыштарын алҡышлап ҡаршы алды.
Тамашасы залында алма төшөрлөк тә урын юҡ. «Алһыу ҡаплан» музыка фестиваленең йыл һайын тап баш ҡалала үтеүе Джаз яратыусыларҙың Өфөлә күп булыуын билдәләй ҙә инде.
Иртәгә джаз фестиваленә Өфө халҡын яҡташыбыҙ, бөгөнгө көндә Германияла йәшәүсе пианист Диас Кәримов менән осрашыу көтә. Улар менән бергә Биг-бэнд һәм Олег Ҡасимовтың джаз квартеты сығыш яһаясаҡ.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, сираттағы «Алһыу ҡаплан» халыҡ-ара фестивале музыканттарға тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу, тамашасыларға джаз музыкаһы менән кинәнеү мөмкинлеген бирә. Фестиваль баш ҡалала тағы ла ике көн дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика