Бөгөн Башҡортостандың аҫыл улы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуған көнө

Бөгөн  Башҡортостандың аҫыл улы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуған көнө 25.10.2014

Илленән ашыу тел белеүсе шәхес 1911 йылдың 25 октябрендә Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуған. Башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы оло ғалимды яҡташтары онотмай, һәр ваҡыт хөрмәтләп иҫкә ала. Ғалим исемен йөрөткән Сәйетбаба  мәктәбендә уның ижадына арнап алтынсы йыл рәттән ғилми-ғәмәли конференция ойошторола.

Район мәктәптәренән барлығы иллегә яҡын уҡыусы был сарала үҙҙәренең ғилми эштәрен яҡланы. Айырыуса башланғыс синыф уҡыусылары ижади эштәргә етди әҙерләнгән.Ҡауарҙы мәктәбенең сығыштары тәрән йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы булыуҙары менән айырылып торҙо. Кесе йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар ҡыйыу һәм ышаныслы сығыш яһаны. Жюри ағзаларына ла иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы. Улар ғилми эштәрҙең иң сағыуҙарын һайлап алды.
Ғилми эштәрҙе яҡлауҙа ғалимдың ауылдаштары Ҡаранйылға ауылы уҡыусылары ла ла һынатманы. Юлиә Вәхитова иһә ғалимдың биографияһын, ырыу шәжәрәһен, ғилми эшмәкәрлеген төплө өйрәнгән. Беренсе урынды улар Нәркәс Байбулдина менән бүлеште.                                  
Конкурстың  бағыусыһы - Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе төҙөүсе Әхмәт Мәүлембирҙе улы Аҫылбәков уҡыусыларҙы әҙәби ижадҡа дәртләндереү маҡсатында махсус премиялар тапшырҙы. Жәлил Кейекбаев исемен йөрөткән мәктәптә бындай сара әлегә Ғафури районы күләмендә генә ойошторола. Киләсәктә уның географияһын  киңәйтеп, тотош республика кимәленә лә сығырға ниәтләнә сәйетбабалар.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку