Бөгөн Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылына рәсми старт бирелде

Бөгөн Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылына рәсми старт бирелде 25.01.2016

Илдә кинематографияны үҫтереүгә заманса сәнғәткә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында иғлан ителгән йыл әле үк һөҙөмтәһен бирә башланы. Өфө урамдарында мәҫәлән, Рәсәй киноһы йылына уңайынан баннерҙар урынлаштырылды. Милли музейҙа башҡорт кинематографияһына арналған күргәҙмә асылды.

Киноға тип йомортҡа менән бергә ултырғыс та тотоп барыуҙар артта ҡалды. Әммә ул һәр кемдең хәтерендә. Меңдәрҙең һөйөүен яулаған Айнур Асҡаровтың «Еңмеш» фильмы күптәрҙең бала саҡ хәтирә¬ләрен яңыртты. Күп тапҡыр ҡараһаң да бер ҙә ялҡытмаған кинотаҫманың сере,  халыҡсанлығында.
«Башҡортостан» киностудияһының ике тиҫтә йылдан ашыу тарихы осоронда бихисап  фильмдар төшөрөлгән. Улар төрлө жанрҙарҙа ижад ителгән. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә , конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу башҡорт киноһының дәрәжәһен арттырҙы. Йәш режиссерҙарға этәргес бирҙе. 2016 йылдың Ватан киноһы йылы исеме аҫтында үтеүе лә киносәнғәтте тағы бер кимәлгә күтәрергә мөмкинлек бирер тип ышана кинематографистар.
Ватан киноһы йылы Башҡортостанда асыҡ тип иғлан ителде. Тантаналы сара сиктәрендә тамашасылар иғтибарына 2015 йылда сыҡҡан кинотаҫмалар ҙа күрһәтелде.
Башҡортостандың Милли музейында асылған күргәҙмә совет кинематографияһының дөйөм үҫеш юлын күҙ алдына баҫтыра. Бында тарихи экспонаттарҙан тыш, шулай уҡ төрлө фотоһүрәттәр һәм афишалар ҙа бар.
Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» нәфис фильмы. Тарихи драма Свердловск киностудияһы тарафынан 1978 йылда төшөрөлә. Ә был 1940 йылғы милли герой «Салауат Юлаев» хаҡындағы фильм. Совет кинематографияһы башҡорт халҡы тураһында бик күп фильмдар төшөрә. Ул ғына түгел, республика бер-нисә тапҡыр кино төшөрөү майҙанына әйләнгәне лә бар. Алтын фондты тәшкил иткән фильмдарҙы ғына миҫалға килтереү ҙә етә. Был кинотаҫмалар барыһына ла һүҙһеҙ ҙә аңлашыла.
Халыҡсан киноларҙың кадр артында ҡалған өлөшө менән Милли музейҙа асылған күргәҙмәлә танышырға мөмкин. Экспозицияларҙа шулай уҡ уҙған быуатта ҡулланылған кино төшөрөү ҡоролмалары, күсмә кинотеатрҙарҙың йыһаздарын ҡул менән тотоп ҡарарға мөмкин.
Ватан киноһы йылында башҡорт кинонсәнғәтендә яңы кинотаҫмалар ижад итеүгә ныҡлы нигеҙ һалынды. Быйылдан заман сәнғәте әһелдәренә дәүләт ярҙамы күләме арттырыла.  Режиссерҙар дәртләнеп эшкә тотонған да инде.  Тамашасы уларҙың ижад емеше менән   маҡсатлы йыл дауамында  кинотеатр залдары һәм  республиканың төп телеканалы аша танышыр тигән өмөт бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика