Бөгөн Башҡортостан үҙенең төп дәүләт байрамын билдәләй 11.10.2014

Республика көнөнә арналған байрам саралары ай башында уҡ башланды. Хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде, социаль объектар сафҡа инде. Бөгөнгө байрам күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы мәҙәни һәм спорт саралары менән үрелеп барҙы.

Кейеҙҙән баҫылған ҡалпаҡ-быймалар, семәрле балаҫ, биҙәүес әйберҙәре. Баш ҡаланың Ленин исемендәге майҙанында ойошторолған «Оҫталар ҡаласығы»нда халыҡ йәнен теләгән әйберҙе һатып алып ҡына ҡалманы, оҫталыҡ дәрестәрендә лә үҙен һынап ҡараны. Бай һәм үҙенсәлекле күргәҙмә баш ҡаланың төп майҙанында иртәнән кискә тиклем гөрләне.
Бейеүселәрҙең тыпырлата баҫҡан урында осҡон түгел, ямғыр һыуҙары сәсрәй. Майҙан уртаһында йәштәр ҡала халҡы иғтибарына ҙур тамаша әҙерләп күрһәтте. Бер айға һуҙылған репетициянан һуң, ярты сәғәтлек флешмоб ойошторҙо. Күккә күп милләтле республиканы сағылдырған төрлө төҫтәге шарҙар осорҙо.
Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының байрамса кәйефен ел-ямғыр ҙа ҡурҡытманы. Һәр кем саранан ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.
Ә бына Әбйәлил районында тыуып үҫкән Альбина Сөләймәнова республика көнө менән бер рәттән, бөгөн тыуған көнөн дә билдәләне. Теүәл 24 йыл элек ҡабул ителгән Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация көнөндә ҡыҙ донъяға килгән. Әлеге көндә Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе милләттәшебеҙ тормош иптәше менән ике йәшлек ҡыҙ үҫтерә. Шуныһы ҡыҙыҡ, бәләкәй Аделияның да тыуған көнө ике көн элек кенә үткән. Шуға ла беҙҙең ғаилә өсөн октябрь байрамдарға бай, ти ҡыҙҙың әсәһе.
Ә инде Республика көнө Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ баш ҡала майҙанында ғәҙәттәгесә, байрам фейерверкы менән тамамланды.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика