Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында  «Башҡорт йыры» телевизион проекты ойошторған ҙур тамаша  үтте 02.03.2015

Концертта башҡорт эстрада йондоҙҙары  иң популяр, халыҡ яратып өлгөргән йырҙарын башҡарҙы. Телевизион проект профессиональ йырсылар араһында конкурс үткәрә. Бәйге  халыҡ, эстрада йырҙарын башҡарыусылар араһында өр-яңы исемдәр асты.

Халыҡ йырын юғары башҡарыу оҫталығы, композитор әҫәрҙәренең һәр нотаһын еренә еткереп йырлау - конкурстың төп талабы. Быйыл «Башҡорт йыры»на биш йәш тулды.Бынан тыш проект хит парад һәм ошондай сағыу концерттар ойоштора.
Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын һаҡлау һәм киләсәк быуындарға еткереү йүнәлешендә эшләгән проекттың һәр концерт тамашаһы ҙур аншлаг менән үтә. Был юлы ла билеттар алдан һатылып бөткән. Тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине.  Әйткәндәй, Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тамаша телевизион форматҡа ла төшөрөлдө. Уны  8-се март киске сәғәт ун беренсе яртыла Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарарға  мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика