Бөгөн башҡорт телевидениеһы ветераны, журналист, кинорежиссер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәнитәт хеҙмәткәре, Журналистар, Кинемотаграфистар Союздары  ағзаһы Әлдә Вәлиева күркәм  юбилейын билдәләй 11.03.2015

Әлдә Вәлиева башҡорт яҙыусылары, рәссамдары, опера йырсылары, бер һүҙ менән әйткәндә республика таланттары, халыҡ ынйылары тураһында илленән ашыу документаль фильм авторы. Ул билдәле яҙыусы Әкрәм Вәли ғаиләһендә тыуған. Свердловск ҡалаһында уҡыған. 37 йыл ғүмерен журналистикаға арнаған.
Бигерәк тә телевидениела  эшләү дәүеренең «Кино» ижади ойошмаһын  етәкләгән  йылдары иң емешлеһе була.

Ул йылдарҙа бик күп документаль фильмдар төшөрөлә.  Башҡорт режиссерҙары  үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай. Ижади эш Мәскәү тарафынан ыңғай баһа ала икән, фильм тиражланып  СССР ҡалалары буйлап таратыла.  Юбиляр  биш китап авторы.   Яратҡан эшенең нескәлектәре, ул йылдарҙа республика телевидениеһын аяҡҡа баҫтырыусылар тураһында «Телевидение - тормошом минең» тип аталған китабында яҙа. Телевидениенан китеп Рус дәүләт драма театрында, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләгәндә лә журналист эшенә тоғро ҡала- театр артистары тураһында документаль фильмдар төшөрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика