Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде 17.05.2016

Халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙҙар-малайҙар башта бәйгенең район этаптарында ҡатнашып, донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә тасуири һөйләүҙә көс һынаша. Һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеүселәргә Гала-концертта сығыш яһау бәхете эләгә.

Берҙәмлектә, татыулыҡта көс булыуын иҫбатлаусы «Шалҡан» рус халыҡ әкиәтен сәхнәләштереүсе балалар «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсының Гала-концертында ҡатнашыуҙарына ифрат шат. 75-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре үҙ-ара татыу, дуҫ булғанға ла, ролдәрен оҫта башҡара, күрәһең. Бәйгелә фольклор коллективтарҙан тыш, яңғыҙ сығыштар буйынса еңеүселәр ҙә айырым билдәләнде.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәһенә алты йәшлек Камилә лә сыҡты. 240-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе тамашасыларға «Төлкө менән айыу» башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләне. Ҡыҙ әкиәт «доньяла йәшәү мәғәнәһен асып һала»,-ти.
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы 2010 йылдан уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә халыҡ ижады байрамында дүрт меңдән ашыу бала үҙ көсөн һынап ҡарап, һөйләү оҫталығын арттырған. Быйыл да бәйгенең район этаптарында ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп була. Иң-иңдәр генә финалға үтә.
Гала-концертҡа үтеүселәрҙең иң бәләкәйенә ни бары ике йәш тә һигеҙ ай. Ҡыҙ тамашасыларҙы «Бүре һәм ете кәзә бәрәсе» әкиәте менән таныштырҙы. Иң ҡыуаныслыһы: бындай сараларҙа балаларҙың күбеһе әҫәрҙе ятлап ҡына түгел, ә аңлап һөйләргә тырыша, ролдәрен башҡарыуға ла етди ҡарайҙар.
Өфөләге балалар баҡсаларының күбеһендә "Башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәктәр ҙә уңышлы эшләп килә. Тап ошо дәрестәрҙә малай-ҡыҙҙар әкиәт донъяһына сәйәхәт ҡылып, ижади фекерләү ҡеүәһен арттыра, сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тоторға өйрәнә.
Гала-концертта ҡатнашыусылар йыр-моң, уйын-көлкө донъяһына ла сәйәхәт ҡылды. Әкиәт иле менән таныштырыусы йәш артистар сара аҙағында Өфө ҡала хакимиәте мәғариф идаралығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика