Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы еңеүселәре билдәләнә

Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы еңеүселәре билдәләнә 17.05.2016

Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәр быйыл да күп. Бәйгенең район этаптарында мәктәпкәсә учреждениеларҙан һәм мәктәптәрҙән 400-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан.

Конкурстың һайлап алыу турында  үҫмерҙәр тиҫтәнән ашыу милләттең ижади ҡомартҡыһы менән таныштыра, шул иҫәптән ҡытай, поляк, фин, әрмән әкиәттәре лә күрһәтелә. Еңеүселәр төрлө йәш арауығында билдәләнгән. Уларға бөгөн Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығының  Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәре тапшырыла. Әйткәндәй, «Һаумы, һаумы, әкиәт!»конкурсы  2010 йылдан уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә әкиәт байрамында дүрт  меңдән ашыу бала үҙ көсөн һынап ҡарап, һөйләү оҫталығын, тел байлығын арттырған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика