Бөгөн баш ҡаланың Нестеров исемендәге художество музейында «Фарфорҙың мең йыллыҡ баш ҡалаһы» тип исемләнгән күргәҙмә асылды 05.10.2015

Күргәҙмәгә Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы музейынан килтерелгән  эштәр ҡуйылған. Цзиндэчжень ҡалаһы элек-электән фарфорҙың баш ҡалаһы булып иҫәпләнә. Унда етештерелегән фарфор Азия, Африка, Европалағы  һарайҙарҙы  йыһазландырыу өсөн ҡулланылған. Өфөлә үҙенсәлекле күргәҙмә тәүге тапҡыр ойошторола.      

Лю Ша, Цзянси провинцияһының мәҙәниәт менән идара итеү департаменты хеҙмәткәре: «Йәй көнө һеҙҙә үткән Шос Брикс саммитарынан һуң Өфө ҡалаһын  Ҡытайҙа күптәр белә. Ике аралағы бәйләнеште нығытыу маҡсатында беҙ ҡомартҡы булып һаналған  фарфор вазаларҙы алып килдек. Күргәҙмәгә килгән кешеләр Ҡытай хаҡында бай мәғлүмәт алыр тип өмөтләнәбеҙ».
Экспозицияла төрлө техника менән биҙәлгән 80  ваза урын алған. Улар тәжрибәле һәм йәш  оҫталарҙың ижады. Бөтә донъяға билдәле фарфор әле лә  боронғо техника нигеҙендә заманса алымдар ҡулланып етештерелә.     Ҡытай фарфорында боронғо мәҙәниәттең эҙмә-эҙлеклелеге сағыла. Вазаларҙағы һүрәттәр фән, сәнғәт һәм  милли традицияларҙы берләштерә. Күргәҙмә ишектәре 16 ноябргә тиклем  асыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика