Бөгөн баш ҡалала «Сәләм-2014» сыуаш йыр-моң һәм бейеү фестивале үтте

Бөгөн баш ҡалала «Сәләм-2014» сыуаш йыр-моң һәм бейеү фестивале үтте 03.07.2014

Сарала республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған ижади коллективтар ҡатнашты. Улар Сергей Аксаков исемендәге паркты дәртле көйҙәргә күмде.

Сарала республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған ижади коллективтар ҡатнашты. Улар Сергей Аксаков исемендәге паркты дәртле көйҙәргә күмде.

Быйылғы фестиваль дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Йылдағыса, конкурсанттар уға етди әҙерләнеп килгән, сағыу костюмдар әҙерләгән.
Быйыл коллективтар ете номинацияла көс һынаша, элеккеләренә өҫтәп, сыуаш милли ҡоралдарында уйнау конкурсы ла индерелгән. Фестивалдә йыл һайын ҡатнашыусылар ҙа бар. Өфөгә һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләбеҙ, ти улар.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 110 меңгә яҡын сыуаш милләте вәкиле йәшәй. Улар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә 78 йыр-моң һәм бейеү коллективты эшләп килә. Быйылғы фестивалдә уларҙың 20-һе ҡатнашты. Байрамдан республикала көн итеүсе башҡа халыҡтар вәкилдәре лә ситтә ҡалманы.
Фестиваль кискә тиклем дауам итте, коллективтарҙың сығышын жюри ағзалары баһаланы. «Сәләм» сыуаш йыр-моң фестивале күп милләтле Башҡортостан халҡының татыулығын тағы ла иҫбатланы.
Илфат Кинйәбаев


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку