Бөгөн баш ҡалала Халыҡ-ара телдәр фестивале башланды 15.11.2014

Дүртенсе йыл рәттән ойошторолған күләмле сара был юлы Башҡорт дәүләт университетында үтә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башланғысҡа нигеҙ тап ошо юғары уҡыу йортонда һалына.

Ул ваҡытта сара күренекле башҡорт телсеһе, билдәле яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналғайны. Фестиваль донъя халыҡтары телдәренең уникаль төрлөлөгөн,  уның ҡиммәтен билдәләүсе, тыуған телдәрҙе камиллаштырыусы сара булып тора. Лингвистика өлкәһендә белем даирәһен киңәйтергә теләүсе студенттар төрлө милләт вәкилдәренең йыр-бейеүҙәрен ҡарап кинәнде. Артабан сара аудиторияларҙа дауам итте. Бында улар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алып, телде өйрәнеүҙең төрлө сығанаҡтары менән таныша алды. Ә инде фестиваль һуңында һәр ҡатнашыусыға сертификат, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика